2027 йылда Өфө төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән шифахана вәкилдәрен берләштергән «Шифахана» халыҡ-ара форумын ҡабул итәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.
Башҡортостанда һигеҙ шифахана эшләй, уларҙың ойоштороусыһы – республика. Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм койка фонды – 3 300-ҙән ашыу. Башҡортостан шифаханаларын ял итеү өсөн 2025 йылда – 49 меңдән ашыу кеше, ә 2026 йылда 51 мең самаһы кеше һайлаған, улар араһында күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар. Шул иҫәптән 10,2 мең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан.
– 2026 йылдың тәүге ярты йылында шифаханаларыбыҙҙың килем күләме 3,3 миллиард һум самаһы тәшкил итте, был 2025 йылдың ошо уҡ осоронан алты процентҡа күберәк, – тине Наталья Полянская. – Бөтә учреждениелар ҙа үҙҙәренең табышын яңы корпустар реконструкциялауға һәм төҙөүгә, дауалау-диагностика ҡорамалдарын яңыртыуға әүҙем инвестициялай.
Вице-премьер шулай уҡ, төбәктең шифахана-курорт комплексы бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға һалым килемдәренең артыуын тәьмин итә, тип билдәләне. Атап әйткәндә, өҫтәлгән хаҡҡа һалым ике тапҡырға тиерлек артҡан һәм 90 миллион һум самаһы тәшкил иткән.
«Красноусол» шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов хәбәр итеүенсә, шифаханала 2,2 мең квадрат метр майҙанлы берҙәм дауалау-диагностика комплексы асылған, ә торлаҡ корпустарын йәшәү өсөн генә файҙалана башлағандар. 2027 йыл башына номерҙар фондын 607 койка-урынға тиклем арттырыу планлаштырыла. Бынан тыш, учреждениела төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Красноусол балалар шифаханаһына бушлай ярҙам күрһәтеү планы әҙерләнде.
– Бинаны тикшергәндә белгестәр тышҡы инженер селтәрҙәрен алмаштырыу талап ителеүен асыҡланы. Шулай уҡ балалар шифаханаһы биләмәһендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары юҡ, – тине Рәмил Бәҙретдинов. – Конкурсҡа яҡынса смета һәм һатып алыу документацияһын әҙерләнек. Беренсе этапты финанслау суммаһы 41 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Был эштәрҙе 2026 йылдың декабренә тиклем тамамларға планлаштырабыҙ.
Красноусол балалар шифаханаһының баш табибы Зөлфирә Юлдашбаева билдәләүенсә, учреждение йыл һайын аш һеңдереү системаһы, тире һәм терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары менән 5 меңдән ашыу баланы ҡабул итә. Уның структураһы 310 койкаға иҫәпләнгән биш балалар бүлексәһе һәм 75 урынлыҡ «Әсә һәм бала» блогын үҙ эсенә ала.
– Һуңғы ике йылда түләүле эшмәкәрлектән килгән килем иҫәбенә заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды, палаталарҙа һәм коридорҙарҙа мебель яңыртылды, процедураларҙан һуң балалар һәм ата-әсәләр өсөн ял итеү урындары йыһазландырылды, – тине Зөлфирә Юлдашбаева. – Шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды.
Башҡортостан Башлығы республика шифаханалары етәкселәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм эшләп тапҡан суммаларҙы үҫешкә әүҙем инвестицияларға тәҡдим итте.
– Һәр һауыҡтырыу учреждениеһының үҙ модернизация программаһы бар, был мәсьәләлә артта ҡалыусылар юҡ тиерлек. Шуны аңлау мөһим: ял итеүселәрҙең туҡланыуға һәм йәшәү шарттарына, күрһәтелгән хеҙмәттәргә талаптары арта, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Беҙҙә шулай уҡ балалар өсөн ун шифахана бар, улар республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балансында. Уларҙың торошо төрлөсә. Бында ла шулай ук тәртип булдырырға кәрәк. Шуға күрә был мәсьәләлә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын, «Красноусол» осрағындағы кеүек, ниндәйҙер мәғәнәлә локомотив булараҡ сығыш яһауын һорайым.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ шифаханалар коллективтарының гуманитар ылауҙар ойоштороуға индергән өлөшөн юғары баһаланы. Республика шифаханалары махсус хәрби операция биләмәһенә 4 мең тоннанан ашыу эсәр һыу оҙатҡан.