Республиканың Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәге офистары көн һайын 10 меңдән 12 меңгә тиклем кешене ҡабул итә. Ә һәр дүртенсе мөрәжәғәт «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша рәсмиләштерелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә учреждение етәксеһе Наталья Куприянова хәбәр итте.
Төбәктең Күп функциялы үҙәгендә барлығы 471 хеҙмәт күрһәтелә. Халыҡ башлыса Росреестр (Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте), Хеҙмәт министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд йүнәлештәре буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «бер тәҙрә» режимында 70 хеҙмәт төрө күрһәтеү мөмкинлеге бар.
– Бер осраҡ менән бәйле бер нисә хеҙмәтте рәсмиләштерергә мөмкин. Мәҫәлән, бала тыуғанда шунда уҡ шәхси иҫәптең страховка номеры, һалым түләүсенең идентификация номеры, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, йәшәү урыны буйынса теркәлеү, балалар пособиеһы һәм әсәлек капиталы алыуға документтар тапшырыла, – тине Наталья Куприянова. – Ошо уҡ принцип фамилияны үҙгәрткәндә лә ғәмәлдә – ғариза тапшырыусы бер юлы шәхси документтарҙың барыһын да алмаштыра ала.
Бынан тыш, республиканың Күп функциялы үҙәге халыҡты кибермутлашыусыларҙан һаҡлау мөмкинлеген биргән саралар комплексын тормошҡа ашыра. Атап әйткәндә, һәр офиста үҙ-үҙеңде кредиттар һәм займдар алыуҙан тыйырға, артыҡ сим-карталар рәсмиләштереүҙе сикләргә һәм күсемһеҙ милекте милексе ҡатнашлығынан тыш килешеүҙәр төҙөүҙән һаҡларға мөмкин. Ә 1 сентябрҙән офистарҙа яңы хеҙмәт төрө күрһәтелә башланы – ҡомарлы уйындарҙа ҡатнашыуҙы тыйыу тураһында ғаризалар ҡабул ителә.
Оборона министрлығы линияһы буйынса ярҙам саралары күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итеү өсөн хәрби комиссариаттар менән үҙ-ара эш итеү, учреждениены һанлаштырыуҙы дауам итеү һәм яһалма зиһен технологияларын файҙаланыу, шулай уҡ ғариза тапшырыусылар уны документтарға электрон ҡул ҡуйыу һәм дәүләт пошлинаһы түләү өсөн файҙаланһын тип, МАХ мессенджерында чат-бот функционалын арттырыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы коллективҡа эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеген даими киңәйтеү кәрәклеген билдәләне.