24 августа оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҫмерҙәр араһында спорт гимнастикаһы буйынса Европа Чемпионатында ил һәм республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған Полина Дмитриеваға һәм уның тренеры Елена Кайгуловаға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Полина Дмитриева күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә һәм дүрт йәшенән Стәрлетамаҡтың олимпия резервы спорт мәктәбендә спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә. Йәш спортсы күптән түгел Хорватияла үткән халыҡ-ара ярыштарҙа дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы.
Радий Хәбиров Полина Дмитриеваға Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы. Бынан тыш, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры Елена Кайгулова республиканың почет грамотаһына лайыҡ булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тренерҙың ата-әсәһе, һеңлеһе, ҡыҙы һәм туғандары ла спорт гимнастикаһы буйынса остаздар булып тора.
Башҡортостан Башлығы йәш гимнастканың тренерына һәм ата-әсәһенә үҫеп килгән быуынды лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙ спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Яңы еңеүҙәр теләйем!