Новости
28 Июня , 06:00

Яңы маҡтаулы исем булдырыла

Республикала «Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән почётлы исем булдырыла.

Яңы маҡтаулы исем булдырылаЯңы маҡтаулы исем булдырыла
Яңы маҡтаулы исем булдырыла

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр сәйәсәте буйынса координация советы ултырышында хәбәр итте. Почётлы исемде булдырыу тәҡдимен Республика Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы әҙерләгән. Был башланғыс 29 апрелдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара комитеты ултырышында ҡаралып, хуплау тапҡан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас