Новости
22 Апреля , 09:00

Йылайырҙар - Мәскәүҙә

Йылайыр районы делегацияһы Мәскәүҙә үткән "Бәләкәй тыуған яҡ — Рәсәй көсө" Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша.

Йылайырҙар - МәскәүҙәЙылайырҙар - Мәскәүҙә
Йылайырҙар - Мәскәүҙә

Форум программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы. Унда түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, проекттарҙы презентациялау һәм федераль властар вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Форум Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән коллегалар менән уңышлы практикаларҙы, ҡыйынлыҡтарҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү өсөн уникаль мөмкинлек булып тора. Унда ҡатнашыу муниципаль идара итеүҙә яңы методикалар һәм подходтар үҙләштереү мөмкинлеген бирә, был урындағы актуаль бурыстарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеү өсөн бик мөһим. Шулай уҡ Форум сиктәрендә "Хеҙмәт" Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы йомғаҡтары сығарылды — төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан коллегаларҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үҙе бүләкләне.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас