Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2025, 22:00

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы иғлан ителде

Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы иғлан ителде
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы иғлан ителде

Ошо туралағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ил Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын һәм тематик йылдың саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде. “Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикала 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ бай күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең, ҡаҙаныштарыбыҙҙың таянысы булған берҙәмлекте ҡәҙерләйбеҙ. Киләһе йылда Башҡортостан Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды яҡшы итеп ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтәм”, – тип билдәләне Радий Хәбиров Мәҙәниәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас