АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Ноябрь 2025, 04:50

Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды!

 Башҡортостан олимпиадасыһы һәм уның остаздары РФ Президенты премияһына лайыҡ булды. Һүҙ химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ике тапҡыр еңеүсе Вадим Харисов һәм уның педагогтары Айнур Ғүмәров Һәм Тимур Маннанов хаҡында бара.

Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды!Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды!
Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды!

Яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды! Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Мансур улы Ғүмәровты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр Рәсәй Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ике тапҡыр еңеүсе Вадим Харисов һәм уның тренерҙары Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусылары Айнур Ғүмәров Һәм Башҡортостан олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Маннанов Рәсәй Президенты премияһы лауреаттары булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вадим Харисов, Сәғүд Ғәрәбстанында ICO халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһап, алтын миҙал яуланы, был уның һәм уның остаздарының бүләкләнеүенә сәбәп булды. Алтын миҙалдар өсөн премиялар бер миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәрҙең остаздары 250 мең һум ала. Айнур Ғүмәров һөйләүенсә, Башҡортостан вәкилдәре президент премияһын өсөнсө тапҡыр ала. -Был премия халыҡ-ара олимпиадала еңеү өсөн уҡыусыларға һәм уларҙың тренер-уҡытыусыларына бирелә. Вадим Харисов менән беҙ ике тапҡыр химия буйынса халыҡ-ара мәктәп олимпиадаларында еңеүсе булдыҡ, 2023 һәм 2024 йылдарҙа ике тапҡыр президент премияһына лайыҡ булдыҡ, - тип билдәләне ул. Айнур Мансур улы — республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, “Киләсәк медицинаһы” идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Республикала олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына (АНОД) нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры. Химия фәндәре кандидаты. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә. Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды! Яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды! Яҡташыбыҙ өсөнсө тапҡыр Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды! Автор: Раян Атанбаев

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас