

Яңы майҙансыҡ Өфө Фән һәм технологиялар университеты менән Шеньян ҡалаһының Ляонин университеты араһындағы хеҙмәттәшлек емеше. "Ҡытай вуздары менән 10 йылдан ашыу бәйләнеш тотабыҙ. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарында был илдән 400 студент белем ала. Үҙәк йәштәр араһында ҡытай телен танытырға ярҙам итә. Бында саралар уҙғарырға була. Улар беҙҙең дәүләттәр араһында халыҡ-ара диалогты нығытыу өсөн мөһим”, - тип белдерҙе Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. Башҡортостан һынау үткәрелгән төбәктәрҙең береһе. Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусының беренсе сираты былтыр февралдә асылды.