АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Октябрь 2025, 08:50

Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә нисек һорау бирергә?

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә нисек һорау бирергә? 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтә.

Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин: – Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru – MAX милли мессенджерында чат-бот аша: max.ru/glavarb_pl... – «Телеграм»да чат-бот аша: t.me/glavarb_pl... – «Бәйләнештә» чат-бот аша: vk.me/glavarb_pl... – «Одноклассники» селтәрендә чат-бот аша: ok.ru/group/7000... – «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: pos.gosuslugi.ru/lkp/direct- line/10441/ Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ: – Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ. – Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын. Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел. – Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен. – Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын. – Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡ беркетелгән булһын. – Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙә горизонталь тотоғоҙ. – Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш. – Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ. – Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ. – Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын. – Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуын әйтегеҙ. Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас