Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2023, 14:45

АЙГӨЛ МЕНӘН ИСКӘНДӘР НИҢӘ БЕРГӘ ЙЫРЛАЙ?

 Айгөл Әсәҙуллина менән Искәндәр Ғәзизов бергә йәшәй башлаған икән… Был ысынмы? Айгөлдөң үҙенә мөрәжәғәт иттек.

АЙГӨЛ МЕНӘН ИСКӘНДӘР НИҢӘ БЕРГӘ ЙЫРЛАЙ?
АЙГӨЛ МЕНӘН ИСКӘНДӘР НИҢӘ БЕРГӘ ЙЫРЛАЙ?

Күптән түгел Айгөл Әсәҙуллина менән Искәндәр Ғәзизов башҡарыуындағы “Һанама” йырының премьераһы сыҡты. Был уларҙың тәүге дуэты түгел. Сираттағы йырҙарынан һуң халыҡ араһында хәбәр китте: Айгөл менән Искәндәр бергә йәшәй башлаған икән… Был ысынмы? Айгөлдөң үҙенә мөрәжәғәт иттек.

--Искәндәр ҙә, мин дә башҡа йырсылар менән дуэттар эшләнек. Ижад кешеһе һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Искәндәр менән дуэт башҡарғандан һуң, беҙгә тауышығыҙ тап килә тинеләр.Ысынлап та, беҙҙең тауыштар бер-береһен тулыландырып тора. Шул яғы менән ул халыҡҡа яҡын булып сыҡты. Әммә шәхси тормошта бер-беребеҙгә ҡыҫылғаныбыҙ юҡ. Уның – үҙ тормошо, минең үҙ тормошом,--ти Айгөл Әсәҙуллина.

 

Эйе, Айгөл Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй, Сибайҙа йәшәй, Ә Искәндәр баш ҡалабыҙ филармонияһында эшләй.
Ысынлап та, уларҙың моңо бер-береһенә үрелеп бара, тулыландыра. Дуэттары бик матур. Киләсәк тә лә яңы йырҙар көтәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: