Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2022, 10:41

Эстафета дауам итә!

       Мин дә гәзит мөхәрриренең ауылдашы, Рәсих Таһиров та, шуға күрә лә эстафетаны мин уға ышанып тапшырам һәм уның ары ла сылбырҙы дауам итеп алып китеренә иманым камил!

Эстафета дауам итә!
Эстафета дауам итә!

       Беҙ, Вәкил Абдулла улы һәм Гөлнара Рәхимйән ҡыҙы Ҡоҙашевтар Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәйбеҙ. Үҙем һөнәрем буйынса водитель, ҡатыным үҙәк дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. “Атайсал” гәзите менән туғандарымдың хәлен белергә барам!” эстафетаһы башланғас Селәүсинов Рәүеф Аллабирҙе улы уны миңә тапшырғайны. Беҙ уны ғаиләбеҙ менән ҡыуанып ҡабул иттек, сөнки “Атайсал” Урал аръяғында таралған берҙән-бер башҡорт гәзите. Аҙна һайын уның биттәрендә ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, кеше яҙмыштары хаҡында ғибрәтле яҙмалар, уҡымлы хикәйәләр донъя күреп тора. Өс районды мәғлүмәт ептәре менән бәйләү йәһәтенән дә гәзит бик мөһим, кәрәкле эш башҡара, өс райондың, ике ҡаланың яңылыҡтарын, уңыштарын, эшләгән эштәрен беҙ уның биттәре аша даими белеп барабыҙ. Йәнә беҙҙең ту-ғандарыбыҙ Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарында йәшәйҙәр, шуға ысынлап та  гәзит менән бергә беҙ уларҙың хәлен белеп торабыҙ ҙа баһа, тип эстафетаны ҡа-бул итеп һигеҙ кешегә киләһе йылға баҫмабыҙға яҙҙыртып та ҡуйҙыҡ. Әйҙә, рәхәтләнеп уҡыһындар, уҡыһындар ҙа күңелдәренән генә: “Бына бөгөн Вәкил менән Гөл-нара беҙгә ҡунаҡҡа килделәр ҙә баһа!” тип уйлаһындар. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, милли телдә донъя күргән баҫмаларыбыҙҙы бына ошолай итеп һаҡ-лау һәм яҡлау бик тә кәрәк! Мин дә гәзит мөхәрриренең ауылдашы, Рәсих Таһиров та, шуға күрә лә эстафетаны мин уға ышанып тапшырам һәм уның ары ла сылбыр-ҙы дауам итеп алып китеренә иманым камил!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: