Селәүсинов Рәүеф Аллабирҙе улы булам. Бөтә ғүмерем малсылыҡ өлкәһе менән бәйле, пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр ветеринария табибы булып эшләнем. Яратҡан шөғөлдәремә килгәндә йырлайым, баянда, ҡурайҙа уйнайым, һәм әлбиттә, һис ҡасан милли матбуғат-тан айырылғаным юҡ, айырылмам да. “Атайсал”ды бик күп йылдар алдырып уны яратып уҡыйым. Исеме үк әйтеп тора, төбәк гәзите ысын мәғәнәһендә халыҡтыҡы, ул беҙҙең хаҡта яҙа, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе ҡайғырта, ҡурсалай һәм һаҡлай. Яңы, 2023 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу осоро башланды. Ошо кампания барышында юғарыла аталған девиз аҫтында эстафета иғлан итеп ете кешегә “Атайсал”ды ярты йыллыҡҡа яҙҙыртып та ҡуйҙым. Аҙна һайын яҡындарым гәзитте ҡулдарына алған һайын мине күргәндәй булһындар, туғанлыҡ ептәрен, матур хәтирәләрҙе иҫтәренә төшөрһөндәр. Рухи башланғысымды гәзитебеҙҙең дуҫтары ла яҡлап һәм күтәрмәләп алырҙар, һәм ары, бер-береһен дәртләндереп, дауам итеп алып китерҙәр, тип өмөтләнәм. “Ил төкөрһә күл булыр!” ти халыҡ мәҡәле, әйҙәгеҙ дуҫтар гәзитебеҙ менән бергә булайыҡ һәм бергә ҡала-йыҡ! Мин үҙ сиратымда эстафетаны Йылайыр ауылында йәшәүсе, гәзит мөхәрриренең ауылдашы Ҡоҙашев Вәкил Абдулла улына тапшырам.
Редакциянан: Һоҡланғыс эстафета, беҙ бик шатбыҙ! Тағы ла шуны өҫтәйбеҙ, гәзиткә яҙ-ҙыртҡанда һан төп шарт түгел, иң мөһиме - сылбыр өҙөлмәһен. Эстафетаның барышы хаҡында даими һөйөнсөләп, ҡатнашыусылар хаҡында ентекләп яҙып барасаҡбыҙ һәм йыл аҙағында иң әүҙемдәрҙе “Атайсал” гәзитенең логотибы төшөрөлгән сәғәттәр менән бүләкләйәсәкбеҙ.