АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2021, 15:55

Йондоҙҙар атылыуын күрмәй ҡалмағыҙ

Сибай концерт-театр берекмәһе өй туйларға йыйына. Ниһәйәт, ижади коллектив үҙ мөйөшәнә ҡайтып, өр-яңы программалары, концерттары, сығыштары менән сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын йыл әйләнәһенә ҡыуандырмаҡсы .

Йондоҙҙар атылыуын күрмәй ҡалмағыҙ
Йондоҙҙар атылыуын күрмәй ҡалмағыҙ

Сираттағы миҙгелде асыуға әҙерлекте артистар йәй көнө үк башлаған. Коллективҡа йәш көстәр -- вокал һәм балет артистары өҫтәлгән, матди-техник база нығытылған, оркестр составын киңәйтеү буйынса эштәр атҡарылған. Премьеға бөтә ижади состав йәлеп ителгән. Ни тиһәң дә яңы программаға әҙерлек эшкә яуаплы ҡараш талап итә, режиссерҙар ныҡышмаллыҡ күрһәтә, концерттың оркестр өлөшө идеаль кимәлгә еткерелә, артистар өр-яңы йырҙар һәм көйҙәр өйрәнә. Студия эше хатта ял көндәрендә лә туҡтамай. Берекмә етәкселеге был миҙгелдә бөтә концерттарҙы ла тере аккомпанемент менән уҙғарыуға өҫтөнлөк бирә. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса башҡараһы эштәре бихисап.

 “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Азат Нәбиуллин әйтеүенсә, концерт-театр берекмәһе артистары элекке популяр бейеүҙәрен тергеҙеү менән булыша. Ҡасандыр тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителгән “Сыңрау торна” бейеүе өсөн яңы костюмдар тегелгән, бейеүҙе дөрөҫ ҡуйыу буйынса грамоталы эш алып барыла. Ансамблгә яңы ғына ҡушылған йәш бейеүселәр сәхнә оҫталарынан тырышып репертуарҙы өйрәнә.

 

Ижади коллективтың 28-се миҙгеле "Йондоҙҙар атылғанда" тип атала. Өр-яңы тамаша һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк.

Ни тиһәң дә йыһан һәм йондоҙҙар донъяһы борон-борондан барса халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырған. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ла Ҡояш юлы буйлап йондоҙҙар сәйәхәте ул. Башҡорт халҡында йондоҙҙарҙы белеү ерҙең картаһын белеү булып һаналған.Бына ошо хаҡта һөйләй ҙә инде “Йондоҙҙар атылғанда” концерт-программаһының беренсе бүлеге. Ә икенсе бүлектә халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеүҙәр һәм нәфис һүҙ йыһан киңлегендәге күк есемдәре серҙәренә төшөндөрә.

Ерҙәге бөтөн мөғжизәләр йондоҙҙар атылғанда бара!

Сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина, композиторы, музыкаль етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.

Концерт 4 октябрь көнө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры бинаһында үтәсәк.

Автор:Гульдар Кадаева