АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2021, 11:00

УҠЫУСЫЛАР ӨЙҘӘН УҠЫЙ

Ошо көндәрҙә балалар дистацион уҡыуға күсә...

УҠЫУСЫЛАР ӨЙҘӘН УҠЫЙ
УҠЫУСЫЛАР ӨЙҘӘН УҠЫЙ

Башҡортостанда 5,6,7,8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистацион уҡыуға күсерәләр. Был коронавирусҡа бәйле. Хәбәр итеүҙәренсә, әлегә был формат ике аҙнаға тәғәйенләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, СOVID-19 сиренә бәйле тәүлегенә 300 –ҙән ашыу осраҡ теркәлә.

Ҡарарға ярашлы, әлегә Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Бүздәк, Бишбүләк, Бөрйән, Белорет, Ғафури, Мишкә, Шишмә, Стәрлебаш, Яңауыл райондары дистацион форматҡа күсә. Бөгөнгө көндә 2 мең бала өйҙән уҡый ҙа башлаған.
Бишбүләк районы башлығы Артур Зарипов хәбәр итеүенсә, уларҙың төбәгендә башлыса ололар һәм балалар ауырый. Шуға ла тәүгеләрҙән булып дистацион форматҡа күскәндәр.

 

Роспотребнадзор белдереүенсә, республикала 144 мәктәптән 515 класс карантинға ябылған.

 

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Резеда Валиева