АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 09:53

Тағы ла фажиғә, тағы ла йәштәр...

Балаларын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙың күңел әрнеүен бер нисек тә баҫып  булмай, әлбиттә. Бигерәк тә сәсрәп йәшәрҙәй йәштәрҙең тик торғандан ғүмерҙәре өҙөлөүен кисереү ауыр. Федераль һәм төбәк етәкселәре яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә һәм яраланғандарға ярҙам күрһәтәсәк. Тулыраҡ сайтта

Тағы ла фажиғә, тағы ла йәштәр...
Тағы ла фажиғә, тағы ла йәштәр...

Рәсәй президенты В.В.Путин Пермдә булған фажиғә сәбәпле вафат булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

"Ҡайғы уртаҡлашыу балаларын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙың күңел әрнеүен баҫа алмай, әлбиттә. Бигерәк тә сәсрәп йәшәрҙәй йәштәрҙең тик торғандан ғүмерҙәре өҙөлөүен кисереү ауыр. Был ата-әсәләр, ғаиләләр өсөн генә юғалтыу түгел, ә илебеҙҙә һуңғы ваҡытта күҙәтелгән ҙур бәлә. Ошондай хәлдәрҙән һуң беҙ берләшергә тейешбеҙ, һәм,әлбиттә, ҡылынған ҙур фажиғәнең осона сығырбыҙ, башҡаса ундай хәлдәр ҡабатланмаҫ, тип ышанам. Федераль һәм төбәк етәкселәре яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә һәм яраланғандарға ярҙам күрһәтәсәк,”- тине ил башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 сентябрҙә 18 йәшлек Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетында атыш ойошторҙо. Һөҙөмтәлә алты кеше вафат булды, 24 кеше йәрәхәтләнгән. Енәйәтсе ҡулға алынған, әлегә тикшереү эштәре бара.

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева