Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2021, 22:25

Сибайҙар әүҙемлек күрһәтте

17-19 сентябрҙә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә һайлау участкаларының ишектәре ябылманы. Сибай ҡалаһында мөһим сәйәси кампания барышында 23 участка эшләне, шуларҙың дүртәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары булып, тауыштарҙы автоматик рәүештә иҫәпләне. Һайлауҙың беренсе көнөндә үк сибайҙар әүҙемлек күрһәтеп, дөйөм һайлаусыларҙың 15 проценты гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйҙы. Бынан тыш өйҙәренән сығып йөрөй алмаусылар тауыш бирә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды.

Сибайҙар әүҙемлек күрһәтте
Сибайҙар әүҙемлек күрһәтте

Өс көн барған Берҙәм һайлау көнө тамам, илебеҙҙең тауыш биреү хоҡуғы булған граждандары Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына, ҡайһы бер төбәктәрҙә – етәкселәрҙе, урындарҙағы закондар сығарыу, шулай уҡ ҡала һәм район советтарына депутаттар һайланы. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 20 сентябрҙә протоколдарҙың 91,27 проценты эшкәртелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауыш биреүселәрҙең 72,88 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнашҡан.

17-19 сентябрҙә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә һайлау участкаларының ишектәре ябылманы. Сибай ҡалаһында мөһим сәйәси кампания барышында 23 участка эшләне, шуларҙың дүртәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары булып, тауыштарҙы автоматик рәүештә иҫәпләне. Һайлауҙың беренсе көнөндә үк сибайҙар әүҙемлек күрһәтеп, дөйөм һайлаусыларҙың 15 проценты гражданлыҡ бурысын үтәп тә ҡуйҙы. Бынан тыш өйҙәренән сығып йөрөй алмаусылар тауыш бирә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды.

--Онлайн рәүештә һайлаусылар, теркәлгән урынында тауыш бирә алмаусылар участка комиссияһына 13 сентябргә ҡәҙәр ғариза тапшырҙы. Шулай ҙа яңылыҡҡа күптәр битараф ҡалып, бюллетенде үҙ ҡулдары менән тултырыуҙы хуп күрҙе. Мөһим сара барған урында бәғзеләргә бүләктәр ҙә таратылды,-- тине Сибай ҡалаһының территориаль һайлау участкаһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов. 
Ҡаланың барлыҡ һайлау участкалары ла “Рәхмәт” акцияһына ҡушылды. Дөйөм алғанда урында йәше лә, ҡарты ла гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны.

Федераль округ буйынса Башҡортостан Республикаһында яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Берҙәм Рәсәй“ – 67,81, КПРФ – 14,95, ЛДПР – 6,70, “Яңы кешеләр” – 3,02, Ғәҙел Рәсәй – ғәҙеллек өсөн – 2,69, Пенсионерҙар партияһы 1,13 процент тауыш менән алда бара. Ҡалған партиялар бер процент та йыймаған.Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге буйынса иң яҡшы күрһәткес Салауат районында – 96,4 процент, икенсе урында – Благовар (93,6 процент), Тәтешле районы  – 92,89 процент.

Ҡалалар араһында Салауат ҡалаһы әүҙем булған – 75,45 процент, Сибай – 73,55 процент, Октябрьский 70,25 процент һөҙөмтә биргән.

 

Автор:Гульдар Кадаева