Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 10:15

Киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булһын

Бөгөн Сибай ҡалаһында бөтә илдәге кеүек үк, һайлауҙың өсөнсө көнө башланды. Бөтә участкаларҙа ла мөһим компания тыныс, эшлекле шарттарҙа үтеп бара. Беҙ күптәрҙән ни өсөн һайлауға бараһығыҙ тип һораштыҡ. Алтын ҡасабаһының 628-се һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры Лена Мөхәмәтова: --Киләсәгебеҙ яҡты, тормошобоҙ мул, балалабыҙҙың яҙмышы имен булһын өсөн үҙ тауышымды бирҙем,-- тип яуапланы.

Киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булһын
Киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булһын

Һайлау элек-электән байрам булған. Ошоно иҫәптә тотоп “Тиҫтер” клубы хеҙмәткәрҙәре һайлау участкаһы биләмәһендә көҙгө йәрминкә ойошторған. Сараға килеүселәрҙе сәй, тәм-том менән һыйлап та сығарғандар. “Көмөш ирекмәндәр” концерт та ҡуйған.

Алтында йәшәүсе Винер Ишмөхәмәт улы менән Маһира Хәдит ҡыҙы Задиндар һайлауҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Улар был юлы гражданлыҡ бурысын ҙур теләк менән үтәгән.

 

#һайлау2021#голосуемвместе

 

Киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булһын
Киләсәгебеҙ яҡты, яҡшы булһын
Автор:Гульдар Кадаева