Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 13:35

Иҫәнбәттәр именлек яҡлы

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылындағы 1050-се һайлау участкаһында Дәүләт Думаһына депутаттарға тауыш бирәсәк 144 граждан теркәлгән. Иң оло һайлаусыларҙың береһе - Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, 85 йәшлек Ҡорбанғәле Илбулов. Ул иң беренсе булып тауыш биргән һәм бүләк тә алған.

Иҫәнбәттәр именлек яҡлы
Иҫәнбәттәр именлек яҡлы

"Һайлауҙан бер ваҡытта ла ҡалғаным юҡ. Быйыл да мөһим сараны көтөп алдым. Уның өс көн үтеүе ҡулай. Ауыл халҡы тауыш биреүҙә үҙ ваҡытына ҡарап ҡатнашасаҡ", - ти ауыл аҡһаҡалы.
Һайлау комиссияһы секретары Рәзимә Сәйетова әйтеүенсә, халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн сараның бер нисә көнгә бүленеүе бигерәк яҡшы. Оло йәштәгеләрҙең йорттарына барып тауыш биреү ойошторолған, шулай уҡ тәүге тапҡыр килгәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
#Выборы2021 #Һайлау2021 #выбираемвместе #Россия #Башкортостан #Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Гульдар Кадаева