Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 15:29

Һаулыҡ һағында тороусылар

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың һуңғы көнө. Шуға күрә лә һәр һайлау участкаларынан кеше өҙөлмәй, илебеҙ киләсәге өсөн үҙ тауышын биреп ҡалырға тырыша. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһында һайлауға килеүселәр һаны буйынса Сибай ҡалаһы лидерҙар рәтендә бара.

Һаулыҡ һағында тороусылар
Һаулыҡ һағында тороусылар

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың һуңғы көнө. Шуға күрә лә һәр һайлау участкаһынан кеше өҙөлмәй, илебеҙ киләсәге өсөн үҙ тауышын биреп ҡалырға тырыша. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Республикаһында һайлауға килеүселәр һаны буйынса Сибай ҡалаһы лидерҙар рәтендә бара.

Сибай ҡалаһының 632-се Һайлау участкаһында санитар-эпидемологик нормалар теүәл үтәлә. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар Эльвира Юлдаш ҡыҙы Диңгеҙбаева һәм Фәриҙә Айрат ҡыҙы Дәүләтшина сараға бик етди әҙерләнгән.

- Ниндәй генә сара ойошторолһа ла, ул граждандар өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш. Комиссия ағзалары, һайлау участкаһы урынлашҡан уҡыу йорто коллективы вакцинация үткән, бар һаҡланыу сараларын ҡулланып эшләйҙәр. Һайлауға килеүселәр ҙә илебеҙҙә ҡоторған коронавирус тураһында онотмаһын ине. Тауыш биреүселәргә бирсәткә, битлек, ручка бирәбеҙ. Уларҙың тән температураһы мотлаҡ үлсәнә һәм ҡулдарын антисептик менән йыуабыҙ. Ауырыусылар участкаға индерелмәй. Һаҡланыу сараларын ҡулланыу бик мөһим, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, һау булайыҡ!-ти инспекторҙар.

Автор:Альфира Узянбаева