Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2021, 11:13

Һайлау әүҙем бара

Сибай ҡалаһы гимназияһында урынлашҡан 638-се һайлау участогында эш әүҙем бара. Участкала 16 кеше эшләй. Комиссияның өйгә килеүҙәрен һораусылар өсөн күсмә тауыш биреү ҙә ойошторолған. Участкаға ике меңдән ашыу кеше ҡарай.  Тулыраҡ мәғлүмәт менән Һайлау участкаһы рәйесе Ильяс Миңдиәхмәт улы Сафин таныштырҙы:   - Һайлауҙа өлкән йәштәгеләрҙең дә, йәштәрҙең дә ихлас ҡатнашыу ҡыуандыра. Тимәк улар илебеҙ киләсәге өсөн битараф түгелдәр. Беҙҙең участка рәйесе урынбаҫары Ирина Ивановна Варламова гимназия директоры булараҡ, сараны ойоштороуҙағы һәр нәмәгә етди ҡарай. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, санитар-эпидемиологик нормалар шартына еткерелеп үтәлә. Комиссия ағзаларының барыһы ла вакцинация үткән, улар битлек һәм бирсәткәләрҙә эшләй. Һайлауға килеүселәрҙән дә шуны талап итәбеҙ. Уларға битлек, бирсәткә, ручка бирелә. Һайлау участогында “Рәхмәт” акцияһы уҙғарыла, тауыш бирергә килеүселәргә ҡала кибеттәренән ташламалар менән тауарҙар алыу, шулай уҡ “Сулпан” балалар театрына 50 процент ташлама менән инеү мөмкинлеге булдырылды. Һайлауға килеүселәрҙең барыһына ла һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Илебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергәндәре һәм киләсәгебеҙ өсөн битараф булмағандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Сибай ҡалаһы гимназияһында урынлашҡан 638-се һайлау участогында эш әүҙем бара. Участкала 16 кеше эшләй. Комиссияның өйгә килеүҙәрен һораусылар өсөн күсмә тауыш биреү ҙә ойошторолған. Участкаға ике меңдән ашыу кеше ҡарай.  Тулыраҡ мәғлүмәт менән Һайлау участкаһы рәйесе Ильяс Миңдиәхмәт улы Сафин таныштырҙы:  

- Һайлауҙа өлкән йәштәгеләрҙең дә, йәштәрҙең дә ихлас ҡатнашыу ҡыуандыра. Тимәк улар илебеҙ киләсәге өсөн битараф түгелдәр. Беҙҙең участка рәйесе урынбаҫары Ирина Ивановна Варламова гимназия директоры булараҡ, сараны ойоштороуҙағы һәр нәмәгә етди ҡарай. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, санитар-эпидемиологик нормалар шартына еткерелеп үтәлә. Комиссия ағзаларының барыһы ла вакцинация үткән, улар битлек һәм бирсәткәләрҙә эшләй. Һайлауға килеүселәрҙән дә шуны талап итәбеҙ. Уларға битлек, бирсәткә, ручка бирелә. Һайлау участогында “Рәхмәт” акцияһы уҙғарыла, тауыш бирергә килеүселәргә ҡала кибеттәренән ташламалар менән тауарҙар алыу, шулай уҡ “Сулпан” балалар театрына 50 процент ташлама менән инеү мөмкинлеге булдырылды.

Һайлауға килеүселәрҙең барыһына ла һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Илебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергәндәре һәм киләсәгебеҙ өсөн битараф булмағандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Автор:Альфира Узянбаева