+14 °С
Облачно


Министр әйтеүенсә, 17 сентябрь – йома көнө мәктәптәрҙә дәрестәр булмай, ә тәрбиәүи саралар уҙғарыла. Һайлау участкалары урынлашмаған белем биреү учреждениеларында ул көндө проект эшмәкәрлеге һәм дистанцион уҡытыу ҡаралған.
18 сентябрь шәмбе -- ял көнө.
Айбулат Хажин шулай уҡ һайлау участкалары булдырылған республиканың 45 колледжында студенттар йома һәм шәмбе көндәре (17,18 сентябрь) дистанцион режимда уҡыясаҡ тине.