Новости
15 Сентября 2021, 09:10

Тәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәрҙе бүләктәр көтә

Был аҙнала беҙҙе ҙур һәм мөһим ваҡиға – Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көтә. Илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғалар булыр алдынан һәр кем тулҡынлана, үҙе ышанып һайлаған депутаттарҙан халыҡ мәнфәғәте өсөн ыңғай һәм аныҡ эштәр көтә. Сибай ҡалаһының иң ҙур территорияһы ингән 632-се һайлау участогында әҙерлек эштәре тамамланған да инде. Уның рәйесе Азамат Миңнеғәле улы Көмөшҡолов билдәләүенсә... Тулыраҡ сайтта.

Тәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәрҙе бүләктәр көтәТәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәрҙе бүләктәр көтә
Тәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәрҙе бүләктәр көтә

Был аҙнала беҙҙе ҙур һәм мөһим ваҡиға – Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көтә. Илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғалар булыр алдынан һәр кем тулҡынлана, үҙе ышанып һайлаған депутаттарҙан халыҡ мәнфәғәте өсөн ыңғай һәм аныҡ эштәр көтә. Сибай ҡалаһының иң ҙур территорияһы ингән 632-се һайлау участогында әҙерлек эштәре тамамланған да инде. Уның рәйесе Азамат Миңнеғәле улы Көмөшҡолов билдәләүенсә, сара бар санитар-эпидемиологик саралар ҡулланып уҙғарыла.

-Мин һайлау участкаһы урынлашҡан уҡыу йортоноң директоры булараҡ рәйес итеп һайландым. Был сараны уҙғарыу өсөн һайлау комиссияһының ғына түгел, бөтә коллективтың да эшләүе мөһим. Быға тиклем беҙҙең һайлау участкаһында төрлө өҫтәл уйындары ойошторолдо, теләгәндәр уҡыу йортоноң музейы менән таныша алды. Быйыл комиссияла 15 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла вакцинация үткән.  Шулай уҡ өйҙәрендә тауыш бирергә теләүселәр өсөн күсмә тауыш биреү ойошторолдо. Ауырыусылар участокка индерелмәй, бында ковидҡа ҡаршы инспектор етди эшләйәсәк. Шулай уҡ һайлауға килеүселәр дистанция тоторға тейеш, уларға битлек, ручка бирелә. Шулай уҡ тәүге тапҡыр тауыш бирергә килеүселәрҙе лә бүләктәр көтә, -ти Азамат Миңнеғәле улы.

632-се һайлау участогы өс көн 17,18,19 сентябрҙә сәғәт 8.00-ҙән-20.00-гә тиклем эшләй. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш бирергә рәхим итегеҙ!

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас