

17-19 сентябрҙә илдә Бөтә Рәсәй һайлауҙары үтә. Башҡортостан халҡы Рәсәй Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышына, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлай.
Тауыш биреүселәр “Рәхмәт” акцияһының махсус браслетын алыуға эйә. Ул ҡайһы бер тауарҙарға, хеҙмәттәргә ташлама бирә.
--Сибай ҡалаһы был акцияға өсөнсө тапҡыр ҡушыла. Унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар һаны йылдан-йыл арта бара. Предприятие-партнерҙар һәр төрлө тауарҙарға, хеҙмәттәргә, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, дарыуханалар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, музей, фитнес-үҙәктәр ташламалар тәҡдим итә. Был мөмкинлекте ҡулланыу ваҡыты төрлөсә, һәр эшҡыуар, етәксе үҙенсә хәл итә. Ҡайһы бер ташламалар менән йыл аҙағынаса файҙаланырға була, - ти Сибай ҡалаһы хакимиәтенең сауҙа һәм иҡтисад үҫеше буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгесе Надежда Мелехина.
“Рәхмәт” акцияһы Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьск, Нефтекамск, Благовещенск, Бөрө, Сибай ҡалаларында, Өфө районында үтә.
Ҡағыҙ браслеттар өләшеү көнө һәм ваҡыты раҫланған. Исемлек менән сайтта https://рахмат102.рф/ танышырға була. Сикләүҙәр бар.