АТАЙСАЛ
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Сентября 2021, 12:20

Һайлау 3 көн дауам итә

Сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау бер нисә көн дауам итәсәк. Мөһим сара 17 --19 сентябргә ҡәҙәр уҙғарыла. Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙың ошо рәүештә ойошторолоуын хуплай. Оҙайлы һайлауҙар участкаларҙа халыҡ күпләп йыйылып, ковид-19 сирен йоҡтормаһын өсөн уҙғарыла.

Һайлау 3 көн дауам итәҺайлау 3 көн дауам итә
Һайлау 3 көн дауам итә

Һайлау логотибында аныҡ дата 19 сентябрь күрһәтелгән. Баштан уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн бер генә көн бүленәсәкме, әллә 2020 йылдағы кеүек мөһим кампания бер нисә көнгә һуҙылып, сараның төп көнө булырмы тигән төрлө фекерҙәр йөрөттө. Шулай ҙа Конституцияға ярашлы көҙгө төбәк һайлауҙарын уҙғарыу ваҡытын һуҙырға ҡарар иттеләр.

--Һайлау 19 сентябргә тәғәйенләнгән. Рәсәй Федерацияһының үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы ул өс көн дауамында уҙғарыла. Атап әйткәндә, 17-18-19-сы сентябрь көндәре һайлау участкаларының ишектәре иртәнге 08.00 сәғәттән алып киске 20.00 сәғәткә ҡәҙәр асыҡ буласаҡ. Әгәр ҙә кемдер ошо билдәләнгән көндәрҙә теркәлгән урынында һайлауҙа ҡатнаша алмаһа, йәғни командировкала булһа, ауырып дауаханала ятһа, эш графигы мөмкинлек бирмәһә, алдан тауыш бирә ала. Ундайҙарҙы 8 сентябрҙән алып 13 сентябргә ҡәҙәр һайлау участкаһында көтәләр. Аҙна уртаһында 16.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә ҡәҙәр тауыш биреп булһа, ял көндәрендә 10.00 сәғәттән алып төшкө 14.00 сәғәткә ҡәҙәр ҡабул итәләр.

Үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыуы мотлаҡ. Һайлауҙа алдан ҡатнашыу мөһимлеге ғаризаһын Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталының шәхси кабинетығыҙ аша ла бирергә мөмкин. Шулай уҡ ундай ғаризаны күп тармаҡлы үҙәккә барып та биреп була,-- тине Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов.

Һайлауҙарҙың ғәҙел үтеүен башҡа йылдарҙағы кеүек үк бөтә һайлау участкаларына ла ҡуйылған онлайн видео камералар аша күҙәтергә мөмкин. Шулай итеп, 19 сентябрь төп һайлау көнө булһа, йома, шәмбе көндәрендә һайлау участкаларынаң ишектәре иртәнсәктән кискә ҡәҙәр 12 сәғәт дауамында асыҡ буласаҡ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында тауыш биреүгә бара алмаусылар өсөн күсмә һайлау комиссиялары булдырылған.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас