

Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы башланып, эшлекле майҙансыҡтарында төрлө саралар дауам итә. Форум Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Ҡаланың үҙәк майҙанында тирмәләр ҡоролоп, уларҙың һәр ҡайһыһы эстәлекле биҙәлеше менән үҙенә ылыҡтыра. Урал аръяғының Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән райондарынан тыш, Мәләүез, Белорет, Бүздәк райондарынан райондарҙан килгән вәкилдәр Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST”-та ҡатнашыу өсөн күргәҙмәләр әҙерләгән. Өҫтәлдәр халҡыбыҙҙың төрлө аш-һыуынан һығылып тора, шифалы ҡымыҙҙың ниндәй генә төрө юҡ! Сибай Арбатында оҫта ҡулдарҙың күҙҙең яуын алырлыҡ эштәренән бай күргәҙмә эшләй, теләүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйберҙе һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы янында балаҫ эшләңселәрҙең һәм туҡыусыларҙың конкурсы бара. Майҙан ңҙәгендә "нуленсе" саҡрым билдәһе асылды.
Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнаша. Программала стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, фестивалдәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙар ҡаралған.
Барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың коронавирус пандемияһына бәйле талаптарын теүәл үтәп ойошторола.