+19 °С
Облачно


Ойоштороусылар билдәләүенсә, форумда ҡатнашыусылар өсөн бындай мөмкинлек Рәсәйҙә беренсе тапҡыр бирелә. Ҡаланың иң матур, ҡунаҡтарҙы йәлеп итерҙәй урындарын 21-се автобусҡа ултырып 06.30—22.30 сәғәттәрҙә урап сығырға була.
Форумдың киске программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерия сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ике фестиваль, милли костюмдар парады ойошторола.