

Программала ауыл хужалығы, экология темаларына арналған "Ковид дәүере саҡырыуҙары - киң мәғләүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт күҙлегенән" медиасессияһы, сәнәғәт һәм металлургия мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр, ике фестиваль, милли костюмдар парады, Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның концерты ҡаралған.
Саҡырылған ҡунаҡтар исемлеге төрлө-төрлө. Улар араһында властың дәүләт органдары, бизнес-төркөмдәр, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, эксперттар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ инвесторҙар күп.
Майҙансыҡтарҙың береһе туризм темаһына бағышлана. Урындағы халыҡҡа ерлек хаҡында һөйләү өсөн материал етерлек. Тыуған еребеҙҙең тәбиғәте шул тиклем хозур, бында бер тапҡыр ял иткәндәр, йыл һайын әйләнеп килә. Асылыкүл, Шүлгән-таш, Стәрлетамаҡ шихандары, Мораҙым тарлауығы, Нөгөш һыуһаҡлағысы, һәм, әлбиттә, донъяла тиңдәре булмаған Сибай карьеры. Был Уралдағы ғына тәбиғәт ҡомартҡылары.
“Рюкзак аҫтында” тип аталған туристик проект майҙансығын форумда ҡатнашыусы һәр кем күрергә тейеш. Айырыуса уның менән туристик фирмаларҙың бер ҡалыпҡа һалынған йүнәлтмәләрен яттан белеүселәргә ҡыҙыҡһынырға тәҡдим итәләр.
“Рюкзак аҫтында” проектының маҡсаты –блогерҙарҙы, социаль селтәрҙә әүҙем эшләгән лидерҙарҙы йәлеп итеп Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла әүҙем туризмды алға һөрөү. Саралар уҙғарыуҙың өс форматы бар: блогерҙар менән даими походтар ойоштороу, төбәк кәңәшмәләре уҙғарыу, йыл да федераль кимәлдә фестиваль уҙғарыу. Әйткәндәй, күптән түгел шундай фестиваль Мәскәүҙә үтте.
Майҙансыҡты ойоштороусылар -- “Рюкзак аҫтында” проекты инициаторҙары блогерҙар, социаль селтәрҙәр лидерҙары ярҙамы менән төбәктең туристик брендын төҙөү һәм оптимәлләштәреү мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк.
Урал аръяғына ғына түгел, унан ситтә лә исеме билдәле блогер, амбассадор Рәис Ғәбитов республиканың үҙенә йәлеп иткән өс сәбәбен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
-- Башҡортостанда өс мөғжизә әсир итер. Беренсеһе – беҙҙә Евразияның йөрәге урынлашҡан, был урынға Мәскәүҙән самолет менән ике сәғәттә осоп килеп етеп була. Икенсеһе – туризмдың бер нисә төрөн берләштереп була. Йылғаларҙан һал менән ағып төшөргә, Урал тауҙарының бейек түбәләренә үрмәләргә, шифаханаларҙа һаулыҡты нығытырға, тау саңғыһында, аттарҙа йөрөргә мөмкин. Өсөнсөһө -- башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, ихласлығы. Бында һеҙҙе мотлаҡ ҡымыҙ һәм данлыҡлы башҡорт балы менән һыйлаясаҡтар,-- ти блогер.
Фото: "Башинформ" сайтынан.