АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Сентября 2021, 06:30

Ҡаланы атлап үтәләр

“Ҡаланы атлап үт” Бөтә Рәсәй акцияһы 10 сентябрҙә Сибайҙа уҙасаҡ “Урал аръяғы – 2021” инвестицион һабунтуйының иң сағыу сараларының береһе булмаҡсы. Акцияны ойоштороусылар белдереүенсә, ВЭБ.РФ, республика власының башҡарма органдары вәкилдәре, депутаттар, блогерҙар һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Сибайҙың иң матур урындарын йәйәү йөрөп күрәсәк.

Ҡаланы атлап үтәләрҠаланы атлап үтәләр
Ҡаланы атлап үтәләр

Экскурсияла ҡатнашыусыларҙы ҡаланың үҙәк урамдарынан йөрөтөп, һәйкәлдәрҙе һәм арт-объекттарҙы күрһәтәсәктәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре әлегә онлайн-картаға ла инмәгән. Бөтә скверҙар, парктар, милли аш-һыу менән һыйлаусы яңы кафелар тураһында мәғлүмәттәр етерлек кимәлдә түгел. Ошо проект ярҙамында уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында белешмәләрҙе актуалләштереү һәм системаға һалыу планлаштырыла.

Атлап үтеү “Нуль саҡрымы” билдәһе объектын асыуҙан башлана. Бындай элементтар күп кенә ҡалаларҙа бар. Улар башланғысты белдерә. Ошо урындан ҡала юлдары һәм туристик маршрут башлана.

Айырым иғтибар талап иткән экологик объекттарға “Һирәк бесәй аҙымы” наклейкаһы йәбештерелә.

 “Ҡаланы атлап үт” акцияһын 2019 йылда ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы һәм моноҡалаларҙы үҫтереү фонды, Рәсәй экспорт үҙәге, Google һәм «Яндекс» компаниялары башлап ебәргән. Унда йәмғеһе 460 ҡала ҡатнашҡан. Ике йыл эсендә 7 мең яңы объект онлайн-картаға индерелгән.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас