АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Августа 2021, 04:33

Иғтибар! Пособие түләүгә үҙгәрештәр индерелде.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүгә йәнә үҙгәрештәр индерҙе. Тулыраҡ сайтта.

Иғтибар! Пособие түләүгә үҙгәрештәр индерелде.Иғтибар! Пособие түләүгә үҙгәрештәр индерелде.
Иғтибар! Пособие түләүгә үҙгәрештәр индерелде.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүгә йәнә үҙгәрештәр индерҙе. Был дәүләт ярҙамына мохтаж ғаиләләрҙең мөлкәтенә бәйле. Быға тиклем ғаиләлә мөлкәтендә ике автомобиле булғандар пособие алыуға дәғүә итә алмай ине. Яңы ҡарар буйынса ЮХХДИ ла иҫәптә тороп та ҡулланыуҙа булмаған, йә урланған, ареста булған машиналар хәҙер пособиеға ғариза биргәндә мөлкәт булараҡ һаналмай. Был ҡағиҙәләр яңғыҙ бала тәрбиәләгәндәргә һәм 12 аҙнаға тиклем учетҡа баҫҡан ауырлы ҡатындарға ла ҡағыла. Бынан тыш йыл аҙағына тиклем тағы ла бер нисә үҙгәреш индереү ҡаралған.

Рәсәй президенты В.В. Путин билдәләүенсә, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүгә бюджеттан 21 миллиард һум аҡса бүленгән.

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас