АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Августа 2021, 17:43

Милли чемпионат уҙғарыу урыны билдәләнә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) чемпионаты сиктәрендә уҙғарылған пленар ултырышта һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығына чемпионатты уҙғарыуҙың төп урынын Өфөлә билдәләргә тәҡдим итте. Тулыраҡ сайтта.

Милли чемпионат уҙғарыу урыны билдәләнә.Милли чемпионат уҙғарыу урыны билдәләнә.
Милли чемпионат уҙғарыу урыны билдәләнә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) чемпионаты сиктәрендә уҙғарылған пленар ултырышта һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығына чемпионатты уҙғарыуҙың төп урынын Өфөлә билдәләргә тәҡдим итте.

- “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) чемпионаты илдең төрлө төбәгендә уҙғарыла. Сараны уҙғарырға уңайлы булһын өсөн чемпионат ҡайҙа ла булһа төпләнергә тейеш. Мәскәүҙә төрлө cара майҙансыҡтары күп, Санкт-Петербургта иҡтисад форумы уҙғарыла.Екатеринбургта –“Иннопром” ҙур сара. Татарстан Республикаһында –KAZANSummit. Шуға күрә чемпионатты уҙғарыу урынын Өфө тип билдәләһәгеҙ, беҙ ҡыуанып риза булыр инек,-тине Радий Фәрит улы.

Агентлыҡтың генераль директоры Роберт Уразов билдәләүенсә,  республика башлығының тәҡдиме бик урынлы, был турала агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре  менән кәңәшмә уҙғарыласаҡ.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас