+16 °С
Ясно


“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Сибай ҡалаһының 7-се, 9-сы, 11-се йорттарында ремонт эштәре бара. Балалар һәм спорт майҙансығы, автомобилдәр өсөн туҡтау урыны, юлдар, йәшел зоналар—барыһы ла урында йәшәүселәрҙең теләген иҫәпкә алып башҡарыла.
Ҡайҙалыр тротуар оҙонайтыла, түтәлдәр киңәйтелә, контейнерҙарға барған юл ҡулайлаштырыла. Быларҙы эшләгәнәдә водоканал, БашРТС, “Эко-сити” йәмғиәттәренең дә фекере күҙ уңында тотола. Сөнки яңы инфраструктура берҙәм коммуналь селтәрҙәр системаһына һалынырға тейеш.
Юлдар ғына ремонтланып ҡалмай, урам өҫтәмә рәүештә яҡтыртыласаҡ та.
Тиҙҙән бында яңыртылған заманса ихата буласаҡ.