+13 °С
Ясно


Ил президенты В.В.Путин сентябргә тиклем коронавирус вирусы таралыуы арҡылы тыйыуҙар индереүгә төбәк етәкселәренә әҙер булырға ҡушты. Был турала мәғлүмәт квартал һайын яңырып торорға тейеш.
Шулай уҡ ил хөкүмәтенә төбәктәргә вакцина ҡайтарыуҙы мониторингҡа алыу, етештереүҙән медицина учреждениеһына тиклем килтереүҙә кәрәкле саралар күреү, сираттарҙы таратыу өсөн урындарҙа прививка һалыу өсөн мобиль пунктар булдырыу эштәре йөкмәтелде.
Ысынлап та, коронавирус шауҡымы бер аҙға үтһә лә, хәл киҫкенләшә бара. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһында 856 кешенең был вирустан вафат булғаны билдәле.
#ВВПУТИН