+16 °С
Ясно


Рәсәй президенты Владимир Путин урман янғындарын һүндереү өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 1 сентябргә тиклем аҡса бүлеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бүленгән сумма ут һүндереү техникаларын алыуға һәм урман янғындарын һүндереү сараларын ойоштороуға Рәсәй Федерацияһы объекттарына, янғын сыҡҡан төбәктәргә ярҙамға ебәреләсәк. Бынан тыш янғындарҙы авиация патруле аша мониторингта тотоу ҡоролмаларын алыу ҙа ҡаралған.
#ВВПУТИН