АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Августа 2021, 07:50

ОБЕЛИСК ҠАЙҘА БУЛҒАН?

Магнитогорск менән Әбйәлил районы сигенә 70-се йылдарҙа ҡуйылған обелиск ҡайҙа булған?

ОБЕЛИСК ҠАЙҘА БУЛҒАН?ОБЕЛИСК ҠАЙҘА БУЛҒАН?
ОБЕЛИСК ҠАЙҘА БУЛҒАН?

Рәсәй Президенты Әбйәлил районына килә тигән яңылыҡҡа һәр кем төрлөсә фекер белдерҙе. Мәҫәлән, Вадим Ниғмәтуллин республика Башлығы сәхифәһенә комментарий яҙҙы. Ул ил етәксеһе килеүгә районда ныҡлы әҙерлек барғанын белдереп, быға тиклем эшләнмәгән эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Магнитогорск менән район сигендә ултырған обелискының алыныуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Быға район етәкселеге яуап бирҙе.

--Район төҙөкләндерелә. Был барыһын да ҡыуандырырға тейеш. Магнитогрскиҙан районға килеп ингән юл һәм 70-се йылдарҙа “Красная Башкирия” совхозы тарафынан ҡуйылған обелиск республикаға ҡапҡа ролен үтәй. Беҙ уны тергеҙергә уйлағайныҡ, әммә конструкция мөмкинлек бирмәй. Шуға стела алынды, октябрь аҙағына тиклем яңы конструкция ҡуйыласаҡ. Эскиз өҫтөндә данлыҡлы рәссам Ринат Атауллин эшләй. Шулай уҡ башҡаларҙан да яңы стела эскиздарына тәҡдимдәр көтәбеҙ. Уны түбәндәге электрон почтаға ебәрергә мөмкин:adm01@bashkortostan.ru , - тип яҙа администрация вәкиле.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас