Новости
13 Июля 2021, 06:20

Яуаплы булайыҡ

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы саң ҡаға: июлдең 12 көнөндә ун бер баланың ғүмере өҙөлгән. Республикала йәй башынан тышҡы сәбәптәрҙән (йәрәхәттәр, һыуға батыу, механик асфикция) бер айҙан 18 йәшкә тиклемге 19 бала вафат булған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, июлдең 12 көнөндә ун бер бала үлгән: етәүһе һыуға батҡан, икәүһе бейеклектән ҡолаған, икәүһе юл фажиғәһендә йән биргән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы саң ҡаға: июлдең 12 көнөндә ун бер баланың ғүмере өҙөлгән.
Республикала йәй башынан тышҡы сәбәптәрҙән (йәрәхәттәр, һыуға батыу, механик асфикция) бер айҙан 18 йәшкә тиклемге 19 бала вафат булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, июлдең 12 көнөндә ун бер бала үлгән: етәүһе һыуға батҡан, икәүһе бейеклектән ҡолаған, икәүһе юл фажиғәһендә йән биргән.
«Хөрмәтле ата-әсәләр! Уяу булығыҙ, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Эскән килеш рулгә ултырғанда үҙегеҙҙе генә түгел, тәү сиратта баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ!», — тип белдерҙеләр ведомствола.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас