Яңыраҡ ҡына, 8 июль көнө, Хәйбулла районы “Юбилей” руднигында шахта емерелеү сәбәпле, 54 йәшлек ирҙең үлеүен хәбәр иткәйнек. Бөгөн бында йәнә фажиғә теркәлде.
“Юбилей” руднигында эшләүсе 22 йәшлек водитель кисә киске сәғәт 8 тирәһендә һәләк булған. Әйтеүҙәренсә, машинист автомобиль менән идара иткән саҡта контролде юғалтҡан. Ул кабинанан ситкә сығып осҡан.
Әле тикшереү эше бара. Учалы егетенең ғүмере шулай иртә өҙөлөүе аяныслы. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәғлүмәт UFA1RU порталынан алынды.
Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.