Сираттағы эш аҙнаһы ҡала активы менән ултырыштан башланды.
Был юлғы оператив кәңәшмә башында яҡшы йола үтәлде: Әминә һәм Айгиз исемле игеҙәктәре тыуған Альберт һәм Гөлсәсәк Мәҡсүтовтарға ҡала хакимиәте башлығы коляска бүләк итте. Игеҙәк, өс балалары тыуған ғаиләләргә бындай иғтибар һәм ярҙам 2018 йылдан алып күрһәтелә.
--Ҡалабыҙҙа бөтә донъя фольклориадаһы саралары юғары кимәлдә үтеп китте. Уны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Сит ил ҡунаҡтары ла саранан ҡәнәғәт ҡалды. Иң беренсе сиратта улар сәхнәнең ҙурлығына, тейешле кимәлдә йыһазландырылыуын билдәләне. Урындағы матбуғат хеҙмәткәрҙәре фольклориада барышын ентекле яҡтыртты. Шуға күрә уларға ла айырым рәхмәт әйтәм,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Сибайҙа башҡа ерҙәге кеүек үк коронавирус сиренә ҡаршы вакцинация дауам итә. Прививка яһатырға теләүселәр көндән-көн күбәйә. Әйтергә кәрәк, ҡала поликлиникаһына препараттар етерлек кимәлдә ҡайтарылған. Был аҙнала ла медицина хеҙмәткәрҙәре ҡасабаларға күсмә бригада менән сығып, урындағы халыҡҡа прививка яһарға иҫәп тота.
--Ҡалала сиргә бәйле хәлдәр тотороҡло. Бер кимәлдә торабыҙ. Ковид госпиталендә дауаланыусыларҙың да һаны артыҡ күп түгел,--тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов
20 июлдә мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләргә йыйына. Сибай ҡалаһы мәсеттәрендә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп байрам саралары уҙғарыласаҡ.