Новости
12 Июля 2021, 08:20

Урррра! Дүрт көн ял итәбеҙ

Радий Хәбиров 19 июлде ял көнө тип иғлан итте. Был хаҡта республика етәксеһе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.Тулыраҡ сайтта.

Радий Хәбиров 19 июлде ял көнө тип иғлан итте.

Был хаҡта республика етәксеһе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

«20 июлдә республика Ҡорбан байрамын билдәләй. Эпидемиологик хәлгә бәйле Башҡортостанда йәшәүселәргә дүрт көн ял бирәбеҙ. Бөтә эш биреүселәр ҙә лә ошо көн өсөн хеҙмәт хаҡын һаҡларға тейеш», —тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, урында эшләргә тейешле хеҙмәткәрҙәр һанын һәр учреждение үҙе билдәләй.

Сығанаҡ, фото: "Башинформ".
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас