Йәй төҙөкләндереү өсөн уңайлы осор. Көндәр йылы торғанда юлдарҙы рәтләп ҡалыу, ихаталарҙы матурлау, биналарҙы ремонтлау һәм башҡа эштәрҙе атҡарыу—төп бурыс. Быйыл Сибайҙың үҙәк урамдары күҙгә күренеп үҙгәрә.
Йәй башында ҡалабыҙҙың төп урамы – Таусылар проспекты тулыһынса үҙгәреш кисерҙе. Бында аллеяның иҫке суйын ҡоймалары яңыртылды, гранит бордюрҙар һалынды, юл япмалары яңыртылды. Ошондай уҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр Ленин урамында ла көтөлә.
--Иң беренсе сиратта ҡоймаларҙы алмаштырабыҙ, граниттан бордюр һалабыҙ. Скверҙың эске яғы тулыһынса граниттан буласаҡ. Шулай уҡ юлдарҙы ремонтлайбыҙ. Ямғырҙан һуң һыу йыйылып ятмаһын өсөн канализация люктары ҡалдырабыҙ. Киләһе йылда ла ҡала урамдарын ошо уҡ күләмдә яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ,-- ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Илшат Ҡадыров. --Урамарҙы төҙөкләндереү эштәре муниципалитет көсө менән атҡарыла. Ленин урамы скверына килгәндә иң беренсе уны яҡтыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Подрядсы ойошма киләһе аҙнанан был тәңгәлдә эш башлаясаҡ. Таусылар проспектындағы кеүек парк яҡтыртҡыстары ҡуйыласаҡ.
Әлеге ваҡытта иҫке ҡоймалар яңыртыла. Сисеп алынған суйын ҡоймалар торлаҡ-коммуналь хужалығы келәттәренә оҙатыла. Унда уларға яңы һулыш өрөлгәндән һуң ҡаланың икенсе урамдары аллеяларын кәртәләүгә тотоноласаҡ.
Ленин урамы оҙон урамдарҙың береһе булараҡ бында эш күләме лә етерлек. Контракҡа ярашлы, уны төҙөкләндереү 30 сентябргә ҡәҙәр тамамланырға тейеш.