АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Июля 2021, 14:00

Күпер аҫты күләгә

Кемдер килеп пляжды төҙөкләндереп китә тип көтөп ятмаған юлдыбайҙар. Кәрәк булғас тотҡандар ҙа үҙҙәре эшләп ҡуйғандар. Шулай булырға тейеш тә!Дауамы сайтта.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы биләмәһе хакимиәте ауылдаштарының яратҡан урыны--Иҫке күперҙе төҙөкләндергән. Йәйге селләлә бында һәр ваҡыт кеше күп: каникулға өләсәй-ҡартатайҙарына ҡунаҡҡа килгән балалар ғына түгел, Юлдыбай ауылы халҡы ла эҫелә йылғала һыу инеп кинәнә. Шуға күрә лә юлдыбайҙар ял урыны кешегә күрһәтерлек, үҙҙәренә уңайлы шарттар булһын өсөн дә тырышҡан: спорттың пляж төрөн үҙ итеүселәр өсөн майҙансыҡ кәртәләгән, сүп-сар ташлау өсөн контейнер ҡуйған, сисенеү урыны, ҡояштан һаҡлаусы ҡоролмалы ҡыҙыныу урындары булдырған. Һыу ингән ергә автомобилдә үтергә ярамай.
Бына шулай кемдер килеп пляжды төҙөкләндереп китә тип көтөп ятмаған юлдыбайҙар. Кәрәк булғас тотҡандар ҙа үҙҙәре эшләп ҡуйғандар. Шулай булырға тейеш тә!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас