АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Июля 2021, 06:58

Урмандар яна

Кисә Хәйбулла районы Аҡъегет ауылы янында янғын сығып китеп, 4 гектар майҙанда урман һәм аҡланды ялмап алған.Тулыраҡ сайтта

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо көндәрҙә һауа торошонда хәүефле күренештәр булыуы ихтимал тип иҫкәртә. Янғын хәүефлеге осрағы артасаҡ. Айырым райондарҙа һауа температураһының 38 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә.
Кисә Хәйбулла районы Аҡъегет ауылы янында янғын сығып китеп, 4 гектар майҙанда урман һәм аҡланды ялмап алған. Урындағы янғын һүндереү дружинаһы (Азаматов Айрат, Билалов Ғәлимйән, Үлмәҫҡол Байғабулов), Хәйбулла урман хужалығы эшселәре (етәксеһе Күскилдин И.К., участка урмансыһы Буранбаев А.Ә. һ.б.), урман янғын һундереү хеҙмәткәрҙәре (етәксеһе - Илембәтов И.Р.), Урыҫбай ауылы ир-егеттәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән янғын ҡамалған.
Ауыл халҡы янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.
Әлбиттә, был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай әле. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәр кемгә эҫелә уяу булырға, тәбиғәт ҡосағында ут яҡмаҫҡа һәм электр приборҙары менән һаҡ ҡыланырға саҡыра.
Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас