АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Июля 2021, 04:00

Күпер яңырҙы

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ишей ауылында күптәнге проблема хәл ителде: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендәауыл уртаһындағы күпер йүнәтелде. --Иҫке күпер емерелеп, фажиғә булып тормаһын тип борсолғайныҡ. Ситтән килгән йөк машинаһы, ысынлап та бәләгә тарыны. Ошо хәлдән һуң ауылыбыҙ ҡараған Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова күпергә иғтибар йүнәлтте. Етәксе тырышлығы, депутат Нәбиуллин Рөстәм Радик улының ҡатнашлығы менән шәхси эшҡыуар Макаров үҙ эшселәре һәм беҙҙең ауыл ир егеттәре ярҙамы менән ниһайәт күперҙе яңыртты. Хәҙер машиналар елеп кенә йөрөй. Барыһына ла ҙур рәхмәт!—тип яҙҙы социаль селтәрҙә уҡытыусы Венера Ҡасҡынова.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ишей ауылында күптәнге проблема хәл ителде: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә

ауыл уртаһындағы күпер йүнәтелде.
--Иҫке күпер емерелеп, фажиғә булып тормаһын тип борсолғайныҡ. Ситтән килгән йөк машинаһы, ысынлап та бәләгә тарыны. Ошо хәлдән һуң ауылыбыҙ ҡараған Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова күпергә иғтибар йүнәлтте. Етәксе тырышлығы, депутат Нәбиуллин Рөстәм Радик улының ҡатнашлығы менән шәхси эшҡыуар Макаров үҙ эшселәре һәм беҙҙең ауыл ир егеттәре ярҙамы менән ниһайәт күперҙе яңыртты. Хәҙер машиналар елеп кенә йөрөй. Барыһына ла ҙур рәхмәт!—тип яҙҙы социаль селтәрҙә уҡытыусы Венера Ҡасҡынова.
Ысынлап та, Ишей ауылы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп матурая, яңыра. Әле унда юғары тиҙлекле интернет селтәре һуҙыла, урам араларындағы юлдарҙы ла тигеҙләтеү планға алынған.

#нацпроекты#миллипроекттар#хәүефһеҙһәмсифатлыавтомобиль юлдары

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас