Новости
2 Июля 2021, 13:00

Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге асылды

1 июлдә Сибай үҙәк дауахананаһы нигеҙендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш программаһына ярашлы амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башланы.Тулыраҡ сайтта.

1 июлдә Сибай үҙәк дауахананаһы нигеҙендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш программаһына ярашлы амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башланы.
Үҙәктең төп функцияһы:
-онкология сирҙәрен диагностикалау.
-дауалауҙың лаборатор һәм инструменталь алымдарын ҡулланғандан һуң үткәргән дауалауҙың эффектлылығын баһалау.
-юғары токсинлы дауалауҙан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙән һуң тергеҙеү һәм корригирлау терапияһын уҙғарыу.
-паллиатив ярҙам күрһәтеү, шул иҫәптән һыҙланыуҙарға ҡаршы терапия билдәләү.
-консультатив һәм методик ярҙам күрһәтеү, симптоматик дауалауҙы контролдә тотоу.
-сирлеләрҙе диспансер күҙәтеү.
-халыҡтың санитар-гигиена белемен арттырыу.
-онкологик сир диагнозы ҡуйылғандан һуң бер йыл эсендә үлем осраҡтарын анализлау.
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас