Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты “Мәғариф” милли проектының “Цифрлы белем биреү мөхите” программаһы сиктәрендә ойошторған “Иң яҡшы цифрлы мәктәп” конкурсында Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылының белем усағы “Социаль селтәрҙәрҙәге иң яҡшы сәхифәле мәғариф ойошмаһы” номинацияһында еңеү яуланы. Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе “Иң яҡшы мәғариф ойошмаһы сайты” номинацияһында билдәләнде. Заман менән бергә атлаған мәктәп коллективтарын уңыштары менән ҡотлайбыҙ!