Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 16:00

11 проект еңгән

Йылайыр районының 11 ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңгән. Халыҡ әүҙемлек күрһәткән Йылайыр ауылындаға хоккей ҡумтаһында йылытылған сисенеү урыны барлыҡҡа киләсәк.Тулыраҡ сайтта.

Йылайыр районының 11 ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңгән. Халыҡ әүҙемлек күрһәткән Йылайыр ауылындаға хоккей ҡумтаһында йылытылған сисенеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Бәрҙәштә, Йомағужала зыяраттар рәтләнәсәк. Иван-Ҡыуалат, Кананикольск, Үркәстә янғын һағы машиналары өсөн модулле гараждар төҙөләсәк. Матрайҙа ауыл табип амбулаторияһына капиталь ремонт уҙғарыласаҡ. Ҡашҡарҙа хакимиәт бинаһы, Байғужа, Ҡаҙыршала клубтар рәтләнәсәк. Яманһаҙҙа балалар уйыны майҙансығы буласаҡ.
Автор:Гульдар Кадаева