Новости
28 Июня 2021, 04:15

Рәсәй исеменән сығыш яһайҙар

Теүәл 10 көндән—8 июлдә Сибай ҡалаһына Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ҡунаҡтар киләсәк. Ә уға ҡәҙәр атаҡлы сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын асыуҙа ҡатнаша.

--4-6 июлдә “Урал батыр” атҡаҙанған сәсәндәр мәктәбе ағзалары—Башҡортостандың атҡаҙанан уҡытыусыһы Светлана Буранбаева, студенткам Айһылыу Кәримова фольклориаданы асыу тантанаһына барабыҙ. Беҙ унда республикабыҙ Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәй исеменән сығыш яһайбыҙ ти,--“Рәсәй рухы” дәрәжәһен йөрөтөүсе Асия Солтан ҡыҙы. –Күргәҙмәгә сит ил делегацияларынан һуң ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетднинов, ҡыл-ҡумыҙ яһау оҫтаһы Гөлнур менән бер тирмәгә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре—түшелдерек, ҡашмау, алмиҙеү, селтәр һәм башҡа биҙәүестәр менән рәттән интерьер әйберҙәре лә ҡуябыҙ. Бынан тыш 4 июлдә “Урал батыр” эпосы менән сығыш яһасаҡбыҙ. Былар барыһы ла мәшһүр эпосыбыҙҙы ЮНЭСКО-ға индереү өсөн эшләнә.
Мәртәбәле сарала төбәгебеҙҙе Рәсәй кимәлендә күрһәтеүгә өлгәшеүсе яҡташташтарыбыҙға изге сәфәр, уңышлы сығыштар теләп ҡалабыҙ. Башҡорт халҡы ҡомартҡыларын донъя кимәлендә танытыуға өлөш индереүҙәре менән улар әйтеп бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Афарин, Асия Солтановна! Афарин “Урал батыр” сәсәндәр коллективы!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас