Новости
28 Июня 2021, 06:59

Башҡортостанда ҡалығыҙ, йәштәр!

Республика юғары уҡыу йорттарының студенттары 50 меңдән 100 меңгә тиклем стипендия аласаҡ.

Республика юғары уҡыу йорттарының талантлы студенттары 50 меңдән 100 меңгә тиклем стипендия аласаҡ. Был турала “Фән сәғәте” хөкүмәт ултырышында мәғлүм булды.
Ултырыш барышында юғары уҡыу йорттары ректорҙары талантлы студенттарға төрлө ярҙам саралары булдырыу тураһында һөйләште. Өфө нефть-техник университеты иң юғары стипендияны 100 мең тип билдәләһә, Башҡорт дәүләт университетында был сумма 50 меңгә етәсәк. Өфө дәүләт авиация-техник университетында йәш ғаиләләргә ипотека алыуҙы субсидиялау программаһы эшләп килә.
Быйыл юғары уҡыу йорттарында йәмғеһе - 13162 бюджет урыны булыуы билдәле.
Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас