АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Июня 2021, 07:10

Сибайға 9 илдән ҡунаҡтар килә

Бөтә Донъя Фольклориадаһында эшләйәсәк ирекмәндәр Өфөнөң “Торатау” Конгрес-холында ике көнлөк уҡыуҙар үтте. Улар араһында Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре лә бар.

Бөтә Донъя Фольклориадаһында эшләйәсәк ирекмәндәр Өфөнөң “Торатау” Конгрес-холында ике көнлөк уҡыуҙар үтте. Улар араһында Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Клуб етәксеһе Лена Мөхәмәтова әйтеүенсә, уҡыу барышында тим-лидерҙар, эксперттар киң күләмле мәҙәни сарала эшләүҙең үҙенсәлектәре менән таныштырған.
1 июлдә Өфө ирекмәндәре Ассоциацияһы ағзалары 46 илдән Фольклориадаға килеүсе ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала башлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибайға 8 июлдә 9 ил вәкилдәренән торған делегация киләсәк.
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас