АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Июня 2021, 03:45

Табиптар парады: Өфөлә аҡ халатлы геройҙары тәбрикләнеләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан баш ҡаланың алты залында – Ҡоролтайҙа, ауыл хужалығы министрлығында, опера һәм балет театрында һәм башҡа урындарҙа тантаналы митингтар үтте.Тантанала хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшеүселәргә юғары наградалар тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһының медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә бар.Тулыраҡ сайтта.

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан баш ҡаланың алты залында – Ҡоролтайҙа, ауыл хужалығы министрлығында, опера һәм балет театрында һәм башҡа урындарҙа тантаналы митингтар үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө июндең өсөнсө йәкшәмбәһендә билдәләнә. Быйыл ул 20 июнгә тура килә.
Тантанала хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшеүселәргә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы юғары наградалар тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһының медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә бар.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы менән анестезиология-реанимация бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Рима Баһаутдинова бүләкләнде. Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәтенә патологоанатомия бүлеге мөдире, табип- патологоанатом Рәис Йосопов лайыҡ булды. «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе педиатрия участкаларының өлкән шәфҡәт туташы Фәнүзә Күсәмишева түшенә ҡаҙалды.
«Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән ике медицина хеҙмәткәре-- табип-отоларинголог Ғәлиә Ҡотлогилдина һәм ғаиләне планлаштырыу кабинеты акушеркаһы Ләйлә Ҡәйепҡолова наградланды.
Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ойошторолған коронавирус инфекцияһына (COVID-19) ҡаршы көрәшкә тос өлөш индергәне һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн табип-офтальмохирург Илнур Сыңғыҙов Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Аҡ халатлыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә арымай-талмай һаулыҡ һағында тороуҙарын теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар#здравоохранение
Читайте нас