АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Июня 2021, 16:19

Медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Медицина көнө сиктәрендә ҙур байрам сараһы ойошторолдо.

Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Медицина көнө сиктәрендә ҙур байрам сараһы ойошторолдо. Байрамда ҡала халҡының һаулығы һағында тороусы табиптар, шәфҡәт туташтары, медицина колледжы уҡытыусылары һәм студенттары тәбрикләнде.
Сараны асып, байрамда ҡатнашыусыларҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов сәләмләне:
- Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлағанда һәр ваҡыт тулҡынланам. Сөнки мин уларҙың хеҙмәтен төптән беләм, аңлайым һәм хөрмәт итәм. Был йүнәлеш минең ғаиләм, яҡын туғандарым менән бәйле. Шуға күрә, минең бөтә ғүмерем медицинаға менән бергә икәнлеген ышаныслы әйтә алам һәм сикһеҙ ғорурланам. Табип булып ҙур йөрәкле, алтын ҡуллы “тылсымсылар” ғына эшләй ала, тип уйлайым. Уларҙан түҙемлелек, тәрән белемле һәм изгелекле булыу талап ителә. Ҡала халҡы исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйем,-тине үҙ сығышында Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Байрам сараһында медицина хеҙмәткәрҙәре Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең, ҡала Советының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас